0%

Ҡышҡы урманда(хикәйә). Ғөбәй Дәүләтшин

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡышҡы урманда ( хикәйә )
автор Ғөбәй Дәүләтшин
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Ҡышҡы урманда


 Ҡарҙың урманда күплеген әйтеп бөтөрөрлөк тә түгел. Ул ҡалын ҡара урмандың ағастарына уҡмашып-уҡмашып һалынып тора. Хәлһеҙерәк ағастар ҡарҙың ауырлығын күтәрә алмай. Улар нәҙек оҙон кәүҙәләрен бөгөп ултыра. Тик эре ҡайындар, ҡарт ҡарағайҙар, көслө имәндәр ҡалын ҡарҙың баҫыуына бирешмәй. Һауаланып, күккә ҡарап төп-төҙ булып ултыралар.
 


1988 йыл